Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453580, Респ. Башкортостан, р-н. Бурзянский, с. Старосубхангулово, ул.Ленина,53
  • 8(34755)3-63-86
  • 36386@list.ru

Новости

"Һуңғы ҡыңғырау"!

"Һуңғы ҡыңғырау"!

Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары!
Барығыҙҙы ла Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Бөгөн беҙ һеҙҙе оло тормош юлына оҙатабыҙ. Һеҙ ҡыңғырау тауышы, мәктәп, уҡытыусылар, дәреслектәр менән хушлашаһығыҙ. Алдағы көндәрҙә аттестат аласаҡһығыҙ һәм һөнәр һайлап,үҙ теләгән уҡыу йортона инеп, тормошоғоҙҙа үҙ урынығыҙҙы табырһығыҙ тип ышанабыҙ!
Тыуған республикабыҙҙың, районыбыҙҙың киләсәге – йәштәр ҡулында. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, үҙегеҙгә дөрөҫ һәм лайыҡлы юл табып, илебеҙ өсөн кәрәкле шәхестәр булып үҫеп етерһегеҙ!
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тәүфиҡ, ныҡышмалылыҡ һәм бәхетле киләсәк теләйбеҙ!
Аҡ юл һеҙгә!