Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453580, Респ. Башкортостан, р-н. Бурзянский, с. Старосубхангулово, ул.Ленина,53
  • 8(34755)3-63-86
  • 36386@list.ru

Новости

Открытие пришкольного лагеря с дневным пребыванием детей

23 Июня 2018 10:06

Количество просмотров: 312

Уҡыуҙар тамамланды.Шаулап -гөрләп каникул башланыу менән мәктәптәге көндөҙгө лагерь балаларҙы үҙенә йыйҙы.Әле генә каникулды түҙемһеҙләнеп көткән балалар ҙур теләк менән килгәндәр.Тәүге көн отрядтарға бүленеү,исем,девиз,йыр уйлауҙан башланды.Отрядтарҙа төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылар.Артабан бергә йыйылып мауыҡтырғыс ярыштарҙа ҡатнаштылар.Күңелле итеп йырлап-бейеп тә алдылар.
2 көн.Иртәнге зарядканан һуң линейкала һәр отряд үҙ исеме,йырын,девизын әйтеп рапорт бирҙе.Артабан һәр отряд үҙ кабинетына таралып отряд эштәре менән булды.Ашап алғандан һуң барлыҡ лагерь балалары район мәҙәниәт һарайында үткән эко-форумға юлланды.Бында балаларҙы бик күңелле тамаша көтә ине.Көн дә, әйтерһең ошо сараны хуплағандай,бик матур булды.Боронғо матур уйындарҙы тергеҙеп балалар *Аҡ тирәк,күк тирәк*,*Йәшерәм яулыҡ*кеүек уйындарҙа әүҙем ҡатнаштылар.Кәкүк сәйе эсеп ҡыуандылар.Сараны бик матур концерт биҙәне.Ситтән килгән *Ҡош юлы* фестивале артистарының сығыштарын да яратып ҡабул иттеләр.