Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453580, Респ. Башкортостан, р-н. Бурзянский, с. Старосубхангулово, ул.Ленина,53
  • 8(34755)3-63-86
  • 36386@list.ru

Новости

Закрытие пришкольного лагеря с дневным пребыванием детей

23 Июня 2018 10:06

Количество просмотров: 390

Лагерь көндәләге. 21 көн. Бына инде әле генә шаулап-гөрләп торған лагерҙы ябыу тантанаһы көнө лә килеп етте. Бер ни тиклем тулҡынландырғыс та, моңһоу ҙа, күңелле лә. Сөнки лагерь осоронда балалар бер-береһенә өйрәнеп, дуҫлашып бөттөләр. Лагерҙы ябыу тантанаһы дәртле, иң сағыу, иң матур концерт номерҙары менән башланып китте. Һәр отряд етди әҙерләнгән был концертҡа. "Театр" отряды бәләкәй сценка әҙерләһә, "Чемпиондар" ысын спорт номеры сәхнәләштергән, шулай башҡа отрядтар ҙа бейенеләр, йырланылар. Бына инде йомғаҡ яһау ваҡытты етте. Шулай итеп 21 көн дауамында барған конкурс, уйындарҙың һөҙөмтәләрен сығарғандан һуң "Иң шәп отряд" тип -"Олимпия" отряды табылды. Башҡа отрядтар "Иң көләс отряд", "Иң сағыу отряд" һәм башҡа номинацияларҙа билдәләнделәр. Отрядтарҙың командирҙарын, вожатыйҙарҙы ҡотлап, лагерь тормошонда актив ҡатнашҡандары өсөн, грамоталар тапшырылды. Байрам күңелле флешмоб менән тамамланды. 
Һау бул, лагерь-2018!
Һаумы, лагерь-2019!